
Көн рәсеме

Медици́на — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы.
«Медицина» һүҙе латын теленән, — дауалау сәнғәте.
Хәҙерге заманда медицинаны билдәләү өсөн иң ҙур символик мәғәнәнең дүрт варианты бар.
Медицинаның тышҡы символдарының береһе 6 мөйөшлө йондоҙ. Боронғораҡ медицина символы булып Асклепия таяғы (рус.)баш. тора. Ул бөйөк дауалаусыныҡы була. Өсөнсө киң билдәле символ — Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре хәрәкәте. Эмблемаһы — Ҡыҙыл тәре һәм ярым ай. Дүртенсе символ — тәрилкә тирәләй уралған йылан. Ул дауалауҙа йылан ағыуы ҡулланған Әбүғәлисина һәм тәрилкә, йылан менән кәүҙәләндерелгән боронғо грек һаулыҡ аллаһы Гигиея менән бәйле.
Башта ауырыу, кешегә дошман булған тышҡы йән эйәһе нисектер кеше тәненә үтеп инеп, ауыртыныу булдыра, тип ҡаралған. Шулай итеп, шул дәүерҙәге кешенең тирә-яҡ донъяның асылын һәм закондарын белмәүе, тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгө кеше организмына эйәләшкән ҡара көстәр тураһындағы ялған куҙаллауҙарҙың һәм уларҙы дауалау буйынса төрлө магик алымдарҙың (сихыр, өшкөрөү, доға һ. б.) барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған.
Кешенең барлыҡҡа килеүенең тәүге этаптарында им-томсолоҡ һәм шаманлыҡ үҫеше үҙенән-үҙе дауалау төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән. Үҫешкән боронғо дәүләттәрҙә медицина ҙур уңышҡа ирешә. Боронғо грек врачы Гиппократтың, Рим тәбиғәт фәндәре белгесе Клавдий Галендың, Александрия врачы Герофилдың һәм Эрасистраттың хеҙмәттәрен бөгөнгә еткергән тарихи документтар бар. Бынан тыш, боронғо Көнсығыш яҙма ҡомартҡылары (боронғо Египет медицина папирустары; Хаммурапи законы; Һиндостанда Аюрведа законы һ. б.) боронғо дәүләттәрҙә врачтарҙың эшмәкәрлек итеү шарттары, дауалау өсөн гонорар күләме һәм ауырыуға зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ дәрәжәһе закон менән регламентланған, тип дәлилләй.
↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?
- Кёльн соборы 632 йыл төҙөлә. Төҙөлөп бөткәс, 157 метр бейеклектәге собор дүрт йылға доньяла иң юғары бина булып иҫәпләнә.
- Дәүмәле буйынса уң үпкә һул үпкәнән ҙурыраҡ.
- Бал — боҙолмаусы берҙән-бер ашамлыҡ.
- Доньяла иң бейек күпер — Акаси-Кайкё.
- Кеше көнөнә уртаса 50-100 сәс юғалта.
- Иң ҙур пассажир карабы — Allure of the Seas. Оҙонлоғо — 362 метр, «Титаник»-тан 93 метрға ҙурыраҡ.
- Спорт бридж — Олимпия комитеты тарафынан спорт төрө тип танылған берҙән-бер кәрт уйыны.
|
|
| 1 ноябрь юбилярҙары |
тулы исемлек
- Оболенцев Роман Дмитриевич (1906—27.10.1968), нефтехимик-ғалим. 1961—1968 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Органик химия институты директоры; бер үк ваҡытта 1956—1963 йылдарҙа Филиал президиумы рәйесе. СССР-ҙың бишенсе саҡырылыш (1958—1962) Юғары Советы депутаты. Химия фәндәре докторы (1951), профессор (1953). РСФСР-ҙың (1964) һәм Башҡорт АССР-ының (1957) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Әхмәтшин Азамат Ғәриф улы (1926—10.11.2003), нефтсе-инженер-ғалим. 1953 йылдан «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының мастеры, баш инженеры, 1971—1989 йылдарҙа — идаралыҡ начальнигы. Техник фәндәр кандидаты (1974). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1978), СССР-ҙың почётлы (1979) нефтсеһе. Ленин 1986), Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Сәйәхова Лена Ғәле ҡыҙы (1931—16.02.2022), рус теле теле белгесе, педагог-методист-ғалим. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1990—2011 йылдарҙа рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1983), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп (2007) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1986) һәм Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2001), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2013).
- Тарисова Нәфисә Аҙый ҡыҙы (1941), мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Яңауыл район мәҙәниәт һарайының элекке художество етәксеһе, мәҙәниәт бүлеге инспекторы, Яңауыл тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының беренсе директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән ошо райондың Ахтиял ауылынан.
- Әбдрәшитов Винер Нәзметдин улы (1941), инженер-химик. 1962 йылдан Салауат ҡалаһындағы хәҙерге «Термостепс» йәмғиәте хеҙмәткәре, 1977 йылдан — баш инженер, 1986 йылдан — директор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1991), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Яңауыл ауылынан.
- Вәлит Илембәтов (1956), эстрада артисы, шағир, филолог-ғалим. 1982 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы, шул иҫәптән 1990 йылдан — «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» төркөмөнөң (2004 йылдан эстрада сатира театры) художество етәксеһе. Филология фәндәре кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2002).
- Иҫәнғолова Рәмилә Хәмит ҡыҙы (1961), ветеринария табибы-ғалим. 1983 йылдан Күмертау ветеринария станцияһының табибы, табип-эпизоотологы, санитар экспертиза лабораторияһы мөдире, ветеринария станцияһы начальнигы; 2015 йылдан Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы ветеринария станцияһы начальнигы. Биология фәндәре кандидаты (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ветеринария табибы (2025), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2017). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Федоровка районы Ишбүләк ауылынан.
- Сотниченко Валентин Григорьевич (1961), статистик-иҡтисадсы, 2015 йылдан Башҡортостанстат етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
- Спатар Сергей Иванович (1961—27.11.2020), хоҡуҡ һаҡлау органдарының элекке хеҙмәткәре, журналист, отставкалағы подполковник. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Аралбаева Зарифа Закир ҡыҙы (1966), мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, бейеүсе, балетмейстер. 1984-1994 йылдарҙа Баймаҡ районының «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле солисы, 1992-1998 йылдарҙа Буранбай мәктәбенең бейеү түңәрәге етәксеһе, Баймаҡ ҡалаһы Балалар ижады үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008). Сығышы менән ошо райондың Мерәҫ ауылынан.
|

Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.
Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.
Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.
Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбелғәзиҙә канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.
↪ д а у а м ы…
|