Һайланған мәҡәлә
|
Әхмәтзәки Вәлиди Туған (10 декабрь 1890 йыл — 26 июль 1970 йыл) — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).
Әхмәтзәки Вәлиди 1890 йылдың 10 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер улусының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Көҙән ауылында тыуған.
1917 йылда социал-революционерҙар (эсерҙар) партияһына инә. Шул уҡ йылдың март — апрелендә Рəсəй мосолмандарының ваҡытлы үҙəк бюроһы ағзаһы була, 1917 йылдың апрелендә Ташкент ҡалаһында Мосолман советын ойоштороуҙа ҡатнаша һәм унда шул уҡ йылдың майында Мәскәүҙә уҙғарылған I Бөтə Рəсəй мосолман съезына Төркөстандан делегат итеп һайлана. Был съезда Әхмәтзәки Вәлиди Рəсəйҙең федератив республикаһының ҡоролошо һəм мосолман халыҡтарының милли-территориаль автономияһы идеяһын яҡлап сыға һәм Бөтə Рəсəй мосолман шураһының башҡарма комитеты һәм Башҡорт өлкә бюроһы ағзаһы булып китә. «Башҡорт» гәзитенең тәүге һанында Вәлидиҙең Башҡортостан үҙаллығы тураһында мәҡәләһе баҫылып сыға.
1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы ағзаһы һәм Башҡорт мәркәз шураһы рəйесе урынбаҫары итеп һайлана. Дəүлəт ҡоролошо (милли-территориаль автономия нигеҙендə) һəм «Ер мәсьәләләре» буйынса докладтар менән сығыш яһай. Икенсе докладында, ул XVII—XX быуаттар араһында юғалтылған башҡорт ерҙəрен ҡайтарып биреү зарурлығын билдəлəп үтә. 1917 йылдың 22—29 авгусында Өфөлә уҙған II Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Бында ул «Оло Башҡортостандың», «Бәләкәй Башҡортостандың» һəм «Көнсығыш Рəсəйҙең Мосолман автономлы дəүлəттəре федерацияһының» карталарын төҙөй. Башҡорт хөкүмәте төҙөлгәс, Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр бүлектәре тапшырыла.
1917 йылдың ноябрендә Өфө губернаһының федералист башҡорттар исемлеге буйынса Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышына делегат итеп һайлана. Башҡорт мəркəз шураһының беренсе фармандарын төҙөүҙə һәм уларға ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. Был фармандарҙа башҡорттарҙың сəйəси көрəштə позицияһы һəм федератив Рəсəй составында Башҡортостан автономияһы иғлан ителә. 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбурҙа үткән III Башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша һәм унда президиумы рәйесе һәм Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте рəйесе урынбаҫары һəм Хəрби бүлек мөдире итеп раҫлана.
1918 йылдың июненән алып 1919 йылдың февраленә тиклем Башҡорт хəрби шураһы рəйесе, Башҡорт ғәскәре командующийы була. Башҡорт хөкүмəтенең Бөтə Рəсəй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты (КОМУЧ) һəм Ваҡытлы Себер хөкүмəте менән үҙ-ара бəйлəнешен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә Өфөлә уҙғарылған Дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнаша, унда Өфө директорияһы исеме аҫтында билдәле булған Бөтә Рәсәй хөкүмәте ойошторола. 1918 йылдың ноябрендә А. В. Колчактың хəрби диктатураһын урынлаштырыуға һəм уның унитар Рəсəйҙе тергеҙеүгə, өлкə хөкүмəттəрен һəм милли ҡораллы формированиеларҙы бөтөрөүгə йүнəлтелгəн курсына ҡаршы сыға.
↪ дауамы…:
Исемлек (122) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.
Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.
Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.
Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбү әл-Ғази ла канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора.
Ҡаңлылар Асылыкүл менән Ҡандракүл буйында, Сәрмәсән йылғаһы бассейны, шулай уҡ Баҙы йылғаһының — үрге, Өҫән йылғаһының — урта, Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында төпләнә, бында улар дыуан, йылан, йәлдәк, ҡаршын, ҡобау, мең һәм унлар ҡәбиләләре менән күрше була. Р. Ғ. Кузеев буйынса, көнбайыш Башҡортостанда ҡаңлылар боронғо башҡорт ҡәбиләләре менән ныҡ ҡатышалар, бының хаҡында ҡаңлылар араһында үҫәргән, бөрйән һәм юрматы ҡәбиләләренең тамғалары таралыуы дәлилләй. Шулай уҡ ҡаңлы һәм үҫәргән ҡәбиләләренең ҡошо ла бер — торна.
Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
| 13 октябрь юбилярҙары
|
- Гончаров Борис Васильевич (1926—22.06.2014), ғалим-инженер-төҙөүсе. 1973—1980 йылдарҙа һәм 1987 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980 йылға тиклем төҙөлөш конструкциялары кафедраһы, 1988—1999 йылдарҙы төҙөлөш эштәре технологияһы һәм фундаменттар кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1988—1991 йылдарҙы инженер-төҙөлөш факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1976). Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Слобода ауылынан.
- Максимов Глеб Юрьевич (1926—26.08.2001), ғалим-инженер-конструкторы, уйлап табыусы. Техник фәндәр кандидаты. Ерҙең донъялағы беренсе яһалма юлдашын эшләүсе һәм уны осороусыларҙың береһе. Ленин премияһы лауреаты, Ленин ордены кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғаязова Гөлһылыу Хәлил ҡыҙы (1936—15.02.2004), хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1964—1976 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ының төҙөлөш идаралығы маляры. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974), Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Золоева Галина Михайловна (1941), ғалим-тау инженеры-геофизик. 1966 йылдан И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институты һәм И. М. Губкин исемендәге Рәсәй нефть һәм газ университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1976—1983 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. Геология минералогия фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылынан.
- Уйылданов Рауил Нуретдин улы (1941—20.07.2000), ғалим-ветеринар врач. 1978 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтының биохимия лабораторияһы мөдире, 1989 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҙәк аналитик лабораторияһы, 1997 йылдан — ветеринария һәм зоогигиена лабораторияһы мөдире, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1995), профессор (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Һәйтәк ауылынан.
- Давыдова Лариса Владимировна (1961), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. 2007 йылдан Салауат ҡалаһы 1-се гимназия директоры, бер үк ваҡытта 2012 йылдан Салауат ҡала Советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2013), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2013). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы (1961), театр актёры. 1990 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1983 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004).
- Төхбәтуллин Эдуард Дауыт улы (1971), спортсы. 1992—1998 йылдарҙа еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 80 километрға йүгереүҙә Мексика чемпионы (1998), Команда зачётында 100 километрға йүгереүҙә Европа чемпионы (1998) һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (1997). Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
|
|