Баш бит
|
| |||||||||||||
|
Көн рәсемеСимме́три́я — ниндәйҙер үҙгәрештәрҙә, әүерелештәрҙә (мәҫәлән: тороштоң, энергияның, мәғлүмәттең, башҡаның) асылған ярашлылыҡ, үҙгәрмәүсәнлек (инвариантлылыҡ). Шулай, мәҫәлән, есемдең сферик симметрияһы, әгәр уны арауыҡта ирекле мөйөштәргә борһаң (бер нөктәһен урынында һаҡлап), есемдең күренеше үҙгәрмәй тигәнде аңлата. Ике яҡлы симметрия ниндәйҙер яҫылыҡҡа ҡарата уң һәм һул яғы бер төрлө күренә тигәнде аңлата. Симметрияның боҙолоуы йәки булмауы асимметрия йәки аритмия тип атала. Дөйөм симметрия үҙенсәлектәре төркөмдәр теорияһы ярҙамында тасуирлана. Симметрия теүәл йәки яҡынса булырға мөмкин. Геометрик симметрия — симметрияның күптәргә билдәле төрө. Геометрик объект, әгәр геометрик әүерелештән һуң уның ҡайһы бер тәүге үҙенсәлектәре һаҡланып ҡалһа, симметриялы тип атала. Мәҫәлән, үҙәге тирәләй боролған түңәрәк баштағы түңәрәктеке кеүек үк формаға һәм ҙурлыҡҡа эйә. Шуға күрә түңәрәк боролошҡа ҡарата симметриялы була (йәғни уның күсәр симметрияһы бар). Геометрик объект өсөн мөмкин булған симметрия төрҙәре мөмкин булған бик күп геометрик әүерелеүҙәргә һәм әүерелдерелгәндән һуң объекттың ниндәй үҙенсәлектәре үҙгәрешһеҙ ҡалырға тейеш булыуына бәйле. Теоретик физикала физик системаның торошо ҡайһы бер тигеҙләмәләр менән һүрәтләнә. Әгәр был тигеҙләмәләр берәй төрлө симметрияға эйә булһа, йыш ҡына уларҙы сисеүҙе һаҡланыусы дәүмәлдәрҙе (хәрәкәт интегралдарын) табыу юлы менән ябайлаштырып була. ↪ дауамы…
Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Шиғыйҙар — Исламдағы ошо исем аҫтында йөрөтөлгән йүнәлеш вәкилдәре. Уларҙың берҙәмлек нигеҙе — Али ибн Әбү Талибты һәм уның тоҡомдарын ғына Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең берҙән-бер ҡануни вариҫтары тип һанауҙа. Былар башлыса 12 имамсылар (иснәәшариҙәр), күпселеге Иранда, Әзербайжанда, Баһрейнда, Ираҡта һәм Ливанда йәшәй. Барлыҡ мосолмандар кеүек үк шиғыйҙар Мөхәммәт-Алланың Рәсүле икәненә инана. Шиғыйҙар өммәткә һайланып ҡуйыла торған хәлифтәр түгел, ә Аллаһ тарафынан тәғәйенләнгән имамдар идара итергә тейеш тип һанай. Бындай имамдар иҫәбенә улар Али ибн Әбү Талип һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан киткән тоҡомдарҙы индерә. Шиғыйҙар тәүге 3 хәлиф — хәҙрәти Әбү Бәкр, Ғүмәр һәм Усман — идара иткән хәлифәткә тәнҡит менән ҡарай. Хәҙрәти Әбү Бәкр әҙ һанлы араҡалаштары тарфынан һайланған, ул үҙе урынына хәҙрәти Ғүмәрҙе ҡалдырған, ә уныһы хәҙрәти Усманды һайлаттырған тип ризаһыҙлыҡ белдерәләр. Шиғыйҙарҙың фекеренсә Имамды өммәт үҙе һайларға тейеш. Төрлә мәғлүмәттәр буйынса, шиғыйҙар мосолмандарҙың дөйөм һанының 10—20 % тәшкил итә. |



