Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 180 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Image

Image

Көн рәсеме

Image
Image
Винсент Ван Гог

Винсе́нт Ви́ллем Ван Гог (30 март 1853 йыл — 29 июль 1890 йыл) — бөтә донъяға танылған Нидерланд рәссамы.

Винсент Ван Гог Нидерландта Бельгия сигенән йыраҡ булмаған Төньяҡ Брабант провинцияһының Грот-Зюндерт ауылында 1853 йылдың 30 мартында иртәнге сәғәт 11-ҙә тыуа. Винсенттың атаһы Теодор Ван Гог була, әсәһе Гаагала ихтирамлы китап төпләүсе һәм һатыусы ҡыҙы Анна Корнелия Карбентус була. Теодор һәм Анна ғаиләһендә Винсент икенсе бала иҫәпләнә. Исемен бөтә ғүмерен протестант сиркәүенә бағышлаған атаһы яғынан олатаһы хөрмәтенә бирәләр. Теодор һәм Анна был исемде Винсенттан бер йыл алда тыуған беренсе балаларына бирә, тик ул тыуғандың беренсе көнөндә үк үлә. Шулай итеп Винсент, икенсе бала булып тыуһа ла, ғаиләлә өлкәне була. Винсентҡа дүрт йәш саҡта, 1857 йылдың 1 майында, ҡустыһы Теодорус Ван Гог (Тео) донъяға килә. Бынан тыш Винсенттың Кор (Корнелис Винсен)т исемле ҡустыһы (17 май 1867), һәм өс һеңлеһе — Анна Корнелия (17 февраль 1855), Лиз (Элизабет Губерта, 16 май 1859) һәм Вил (Виллемина Якоба, 16 март 1862) була.

Бер туғандары Винсентты үҙ һүҙле, ауыр һәм «сәйер ҡылыҡлы» ялҡытҡыс бала булды тип хәтерләй. Был балала башҡаларҙан айырылып торған ниндәйҙер сәйерлек бар һәм ,башҡа балалрҙан айырмалы,уға минең күңелем ятманы , унан лайыҡлы кеше сығыуына мин шикләнә инем , тип хәтерләй гувернаткалары. Ғаиләнән ситтә, киреһенсә, Винсент холҡоноң икенсе яғын күрһәтә, ул тыныс холоҡло, етди һәм уйланыусан була. Ул бөтөнләй тиерлек башҡа балалар менән уйнамай. Ауылдаштары алдында киң күңелле, алсаҡ, иғтибарлы, мәрхәмәтле, һөйөкөмлө һәм баҫалҡы бала була. 7 йәш тулғас, ауыл мәктәбенә уҡырға бара, тик бер йылдан уны мәктәптән алалар, һәм һеңлеһе Анна менән уны өйҙә гувернантка уҡыта.

1864 йылдың 1 октябрендә ул Завебергҡа интернат-мәктәпкә китә. Өйҙән китеү бик күп ғазап кисереүҙең сәбәбе була, өлкәнәйгәс тә ул быны онота алмай. 1866 йылдың 15 сентябренән Тилбургта Виллем II интернат-колледжында уҡый башлай. Винсентҡа француз, инглиз, немец телдәре еңел бирелә. Шунда ул рәсем төшөрөү дәрестәрен ала. 1869 йылдың мартында Винсент ҡапыл уҡыуҙы ташлап, ата йортона ҡайта. Ошоноң менән уның белем алыуы тамамлана. Ул бала сағын: «Минең бала сығым күңелһеҙ, һыуыҡ һәм буш булды…»,- тип хәтерләй.

↪ дауамы…

Image

Image

Шуларҙы беләһегеҙме?

Image
Беҙҙең эраға тиклем 2000—500 йылдарҙа ике тәгәрмәсле арбаларҙың (рус.)баш. донъя буйлап таралыуы

Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Мөнир Һаҙый.

Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары.

Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 16 май ♦ Кисәге: 15 май ♦ Иртәгә: 17 майБарлыҡ көндәр

Image Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Image Халыҡ-ара
  • БМО БМО: Һыйышып тыныс йәшәү көнө.
    • Яҡтылыҡ көнө.
  • Ер Ер: Йәш һайлаусылар көнө.
    • Скрипка көнө.
    • СПИД ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Image Милли
  • Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Барбекю көнө.
    • Рәсем төшөрөү көнө.
Image Һөнәри

16 май юбилярҙары

«Бремен» на верфи.

Караптар эшләү — караптар төҙөүсе ауыр сәнәғәт өлкәһе. Караптарҙы махсус предприятиеларҙа төҙөйҙәр, уларҙың русса атамаһы — верфь.

Караптар төҙөүҙә эшләгән бер кеше уға бәйле иҡтисад өлкәләрендә тағы 4-5 кешегә эш урыны булдыра.

Кешеләрҙең коллектив эшмәкәрлеге өлкәһе булараҡ, карап төҙөү бик боронғо заманда барлыҡҡа килгән. Уның барлыҡҡа килеүе ҙур күләмле караптар төҙөү ихтыяжы тыуыуына бәйле. Караптар төҙөү Боронғо Мысыр, Боронғо Греция, Финикия, Боронғо Ҡытай кеүек илдәрҙә бик ныҡ үҫешә. Урта быуаттарҙа караптар Византияла, Урта диңгеҙ буйындағы һәм Төньяҡ Европа, Боронғо Русь кеүек илдәрҙә күпләп етештерелә.

VII быуаттан башлап көнсығыш славяндарҙа төҙөү схемаһы әкренләп үҙгәрә : ҡабыҡ, йәки тире менән көпләнгән каркаслы (үрелгән) карап эшләүҙән (боронғо караптан) бер ағастан эшләнгән һәм ситтәре бейегәйтелгән имән, йәки йүкәнән соҡоп эшләнгәнгә (набойная ладья), шунан таҡтанан ҡоршап эшләнгән карап эшләүгә күсәләр. VIII быуатта уҡ стапелдәрҙән килле, клинкерлы (обшивка внахлест), алғы һәм артҡы яғы бер тигеҙ осло клинкер — ситтәре бер-береһенең өҫтөнә сығарып беркетелгән таҡта менән көпләнгән караптар һыуға төшөрөлгөн, шулай уҡ тура ситле һәм бер— береһенә ситтәре тейеп торған таҡта көплө йәйпәк, алды осло һәм арты тупаҡ итеп киҫелгәндәре булған, бәлки тигеҙ итеп киҫелгән өлөшлөләре лә булғандыр.

Рәсәйҙең ҡайһы бер райондарында («Гнёздово», «Ильинский погост», «Плакун» һәм башҡа археологик ҡаҙыныу урындарында) славяндарҙың X быуатта мәйеттәрҙе мәжүси йола буйынса кәмәләрҙә яндырған урындарында караптарҙың ҡорос сигәләре (заклепка) табыла.

Одер йылғаһы тамағында IX быуаттың беренсе яртыһына ҡараған елкәнле таҡта караптың, X быуатта сигәләр ҡулланып төҙөлгән «Святовит» карабының ҡалдыҡтары табыла.

↪ дауамы…