Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы
| Сәғүд Ғәрәбстаны тарихы | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Тема географияһы | geographic history of Saudi Arabia[d] |

Ғәрәп ярымутрауының бөгөн Сәғүд Ғәрәбстаны биләгән өлөшө тарихи рәүештә дөйөмләштереп Хижаз йәки Нәжд тип атап йөрөтөлә. VII быуат башында Мәккәлә Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең рисаләте башлана, Мәккә мөшриктәре быны ҡабул итмәй. 13 йыл буйы мосолмандарҙың Мәҙинәгә (Йәсрибкә) күсенеүе — Һижрәте бара; был ҡалала ғәрәптәр һәм йәһүдтәр йәшәгән була, улар үҙ-ара тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөй. Яйлап ғәрәптәр тотош ярымутрауҙа йәшәй башлай.
Исламға тиклемге Ғәрәбстан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә палеолит осоронда тап Ғәрәп ярымутрауы планета буйынса кешелек тарала башлаған тәүге төбәк була[1][2].
Сәғүд Ғәрәбстанында Нәфүд сүллегендә палеокүлдәрҙең ҡороған төптәре эргәһендә 46 түбәнге палеолитик археологик объект, улар араһында таш ҡоралдар һәм хайуан һөйәктәре, табылған[3][4].
Люминесцент хронология мәғлүмәттәре буйынса, бынан 130 мең йыл элек Ғәрәп ярымутрауында һауа йылыраҡ булған, ямғырҙар йышыраҡ яуған, шуға күрә бында үҫемлектәр үҫкән, кешегә йәшәрлек мөмкинлектәр асылған. Был осорҙа Ҡыҙыл диңгеҙҙең кимәле түбән булған һәм уның көньяҡ өлөшөндәге киңлеге 4 км тәшкил иткән. Кешеләр Баб-әл-Мәндәб боғаҙы (en:Jebel Faya) аша ҡыҫҡа ваҡыт арауығанда үткән һәм хәҙерге Ғәрәбстанда, Яҡын Көнсығышта, тәүтөйәк таба алған.[5][6]. Климат үҙгәреүе сәәбәәпле, Африканан китеүсе тәүге мигранттар «Ҡайғы ҡапҡаһы» аша бөгөнгө Йәмән һәм Оман ерҙәренә үткән, артабан Ғәрәп ярымутрауында яйлыраҡ климат шарттарын эҙләгәндәр. Ҡыҙыл диңгеҙ һәм Джәбәл-Файя (БҒӘ) араһы — 2000 км, бында хәҙер кеше йәшәй алмай торған сүллек, мәгәр нәүбәттәге боҙлоҡ осоро тамамланыуға, 130 мең йыл элек, Ҡыҙыл диңгеҙ ярайһы һай булған, уның аша йәшеллек ҡаплаған Ғәрәп ярымутрауына йөҙөп тә, һал яһап та, сығырға мөмкин булған.
Таас әл-Ғәдһә (Taas al-Ghadha) тигән ерҙә 90 мең йыл элек йәшәгән кешенең бармаҡ һөйәге табылған урын Сәғүд Ғәрәбстанының төньяҡ-көнбайышындағы Тема (Тәймә) тигән оазисынан йыраҡ түгел[7].
Боҙлоҡ осоро тамамланғас Европала климат эҫе һәм ҡоро була барған, Ғәрәбстан ярымутрауы кешегә йәшәргә яраҡһыҙ сүллеккә әйләнгән.
Әсир провинцияһының Таслис (Tathlīth) муһафазаһында урынлашҡан Әл-Макар (al-Maqar или al‑Magar) ер өҫтөндә хайуан һынташтары (улар араһында эт, дөйәғош, ыласын), таш ҡоралдар, уҡ башаҡтары, ҡырғыс, һөңгө остары табылған. Яндырылған дүрт һөйәкте (нимәнеке икәне аңлашылмай) радиоуглерод ысулы менән тикшереп, б.э.т. 7300—6640 йылдарға ҡарағанын билдәләгәндәр.
Әл-Макар тигән ерҙә урта палеолиттан прототарих осорона тиклем кеше йәшәгәнлеге раҫланған. 86 см оҙонлоҡтаҡы билдәһеҙ хайуан һынташы фрагментын Дэвид Энтони аттыҡы түгел, ҡырағай ишәктеке (Equus africanus) тип иҫәпләй[8].
Харрат-Хайбар (Harrat Khaybar) лава яланындағы Умм-Джирсан (Umm Jirsan Cave) мәмерйәһендә 7000 йыл элек йәшәгән кешеләрҙең баш һөйәктәре табылған[9].
Әл-Ула төбәгендәге Харрат-Увайрида вулкан ҡалҡыулығында (IDIHA-0001825) неолит-энеолит дәүерендә 600 йылдан кәм булмаған ерләүҙәр үткәрелгән монументаль кәшәнәлә 11 кешенең — алты өлкән, үҫмер һәм дүрт бала һөйәктәре табыла. Шулай уҡ унда б.э.т. 4200-4000 йыл элек йәшәгән һәм артриттан яфаланған бер йорт эте һөйәктәренең 26 фрагменты табыла. Төбәктә табылған ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр неолит осоро халҡының тау кәзәләрен һәм башҡа хайуандарҙы һунарҙа эттәрҙе ҡулланғанын күрһәтә[10][11].
Ғәрәп хәлифәлегенең барлыҡҡа килеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
632 йылда баш ҡалаһы Мәҙинә булған Ғәрәп хәлифәлеге барлыҡҡа килә, ул ғәмәлдә Ғәрәп ярымутрауын тулыһынса биләп ала. Үҙҙәре теләп ҡушылыуҙар һәм яулап алыуҙар һөҙөмтәһендә, IX быуатҡа ғәрәп дәүләте Яҡын Көнсығышты, Фарсыстанды, Урта Азияны, Кавказ аръяғын, Төньяҡ Африканы, шулай уҡ Көньяҡ Европаны биләй.
VI—VIII быуаттарҙа хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһының күпселек өлөшө Өмәүиҙәр хәлифәлеге составына инә. 661 йылда хәлифәлектең баш ҡалаһын Мәҙинәнән Дамаскҡа күсереү Ғәрәбстандың был ҙур дәүләттең ситке өлкәһенә әйләнеүенә килтерә.
VIII—IX быуаттарҙа хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһының күпселек өлөшө Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге составында була.
Һуңынан Ғәрәбстанда бик күп ваҡ үҙаллы дәүләт берәмектәре барлыҡҡа килә. Шул уҡ ваҡытта исламдың дини үҙәге әһәмиәтен һаҡлап ҡалған Хижәз XII быуатҡа тиклем Фатимиҙар хәлифәлеге фатимидтар хәлифәтенә, XII—XIII быуаттарҙа Әйүбиҙәргә, ә 1425 йылдан мәмлүктәр Солтанлығына буйһона.
Ғосман империяһына инеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XV быуатта Ғәрәбстанда төрөк хакимлығы нығына башлай. 1574 йылға Сәлим II етәкселегендәге Ғосман империяһы Ғәрәп ярымутрауын тулыһынса яулап ала. Һөҙөмтәлә уларҙың хакимлығы аҫтында Ғосман империяһында Ислам дине нығынып китә. Солтан Мәхмүд I-нең (1730—1754) сәйәси йомшаҡлығынан файҙаланып, ғәрәптәр үҙ дәүләтен ҡороу йәһәтенән тәүге аҙымдар яһай башлай. Ул мәлдә Әл Сәғүдтәр нәҫеле Үҙәк Ғәрәбстанда иң көслөһө була.
Беренсе Сәғүд дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәғүд дәүләте 1744 йылда Ғәрәп ярымутрауы үҙәгендә барлыҡҡа килә. Урындағы хаким Мөхәммәт ибн Сәғүд һәм үәһһәбилекте барлыҡҡа килтергән Мөхәммәт ибн Абдулүәһһәб Ғосман империяһына ҡаршы берҙәм ҡеүәтле дәүләт булдырыу идеяһы менән берләшәләр. XVIII быуатта барлыҡҡа килгән был берлек бөгөнгә тиклем идара итеп килгән Сәғүдиҙәр дәүләтенә нигеҙ һала. Бер ни тиклем ваҡыттан көньяҡ сиктәрендә көсәйә барған һәм борсоуға һалған йәш ғәрәп дәүләтенә Ғосман империяһы ҡаршы сыға. 1817 йылда ғосман солтаны Ғәрәп ярымутрауына Мөхәммәт Али-паша етәкселегендә ғәскәр ебәрә, улар Имам Абдалланың бик көслө булмаған ғәскәрен еңә. Шулай итеп, Беренсе Сәғүд дәүләте 73 йыл йәшәп ҡала.
Икенсе Сәғүд дәүләте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Осман Империяһы еңеүгә ҡарамаҫтан, бары 7 йыл үтеүгә (1824 йылда) Икенсе Сәғүд дәүләте төҙөлә, баш ҡалаһы итеп Әр-Рияд билдәләнә. Был дәүләт 67 йыл йәшәп ҡала һәм Сәғүдиҙәрҙең көнәркәштәре — әр-Рәшид тоҡомо тарафынан бәреп төшөрөлә. Сәғүдиҙәр Кувейтҡа ҡасырға мәжбүр була.
Ғосман Империяһының еңеүенә ҡарамаҫтан, ни бары 7 йылдан һуң (1824 йылда) баш ҡалаһы Эр-рияд булған Икенсе Сәғүд дәүләте ойошторола. Яңы дәүләт берәмеге Башлығы Итеп Сәғүдтәрҙең ҡабырға тармағы вәкиле Төрки Ибн Абдуллаһ ибн Мөхәммәт Ибн Сәғүд тәғәйенләнә.
1834 йылда Төрки вафат була, мысыр әсирлегенән ҡасҡан улы Фәйсәл вариҫы булып була. Сәғүдтәр хакимлығы аҫтында, ҡәбиләләрҙең ихтилалдарын баҫтырып һәм күрше дәүләт берәмектәрен уға яһаҡ түләргә мәжбүр итеп, әмирлек яйлап көсәйә.
Әмирлектең көсәйеүенә борсолған мысырҙар 1838 йылда Үҙәк һәм Көнсығыш Ғәрәбстанға яңы экспедиция ойоштора. Баҫып алынған Ғәрәбстан менән бер үҙе идара иткәндән һуң, мысыр ғәскәрҙәре менән етәкселек иткән Хөршит-паша әмирлек башында Мысырҙарға лояль булған Сәғүдтәр йорто ағзаһы әмир Хәлитте ҡуя. 1840 йылда Мысырҙар Ғәрәбстандан китә.
1840 йылда мысырҙар, моғайын, Ғосман империяһына ҡатмарлыҡтар килтереү ниәте менән, әмир Фәйсәл ибн Төркиҙе әсирлектән азат итә, һәм ул, ҡаты көрәшеп, 1843 йылда әмирлектең баш ҡалаһында нығына. Үҙен ғосман солтаны вассалы тип танып, әмир Үҙәк һәм Көнсығыш Ғәрәбстанды сираттағы буйһондороуына тотона. Джебель-Шаммар Фейсалдың сюзеренитетын теләп таный, үҙидараһын һаҡлап ҡала һәм үҙенең экспансияһын Төньяҡ Ғәрәбстанға йүнәлтә
Ғүмеренең аҙағына Фәйсәл әмирлек менән идара итеүҙе өс улына:Ғабдуллаһ, Сәғүд һәм Мөхәммәт бүлеп бирә.
Улдары үҙҙәренең биләмәләрендә йәшәгән ҡәбиләләргә таяна. 1865 йылда әмир Фәйсәл вафат булғас, властҡа Ғабдуллаһ ибн Фәйсәл килә, Ғабдуллаһ менән Сәғүд араһында, Көнсығыш Ғәрәбстандың бөтә дәүләт берәмектәре тиерлек, Ғосман империяһы һәм Бөйөк Британия йәлеп ителгән низағ башлана. Ғабдулла ярҙам һорап Бағдад вәлийе Миҙхәт пашаға мөрәжәғәт итә, Был 1871 йылда Эль-Хасаға ҡаршы ғосман оккупацияһын башлауға рәсми һылтау ғына була.
1880-се йылдарҙа Ғәрәбстанда идара итеү көрәшенә 1890-сы йылдарҙа Үҙәк Ғәрәбстанда бәхәсһеҙ хакимдар булып нығынасаҡ Джебель-Шаммар хакимдары ҡыҫыла.
Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеген булдырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Икенсе Сәғүд дәүләте тарҡалғас, Сәғүдиҙәрҙең тыуған ере Нәжд ҡалаһында Әл Рәшид тоҡомдары идара иткән Джәбәл-Шәммәр әмирлеге йоғонтоһо үҫә. Сәғүд Ғәрәбстаны империяһына нигеҙ һаласаҡ Сәғүдиҙәр тоҡомонан Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман Әл Сәғүд 1893 йылдан Күвәйттә һөргөндә була. 1902 йылда 22 йәшлек Әбд әл-Әзиз күп һанлы ғәскәр менән, губернатор Рәшиди һәм уның ғаиләһен бәреп төшөрөп, Әр-Риядты яулап ала. 1904 йылда Рәшидиҙәр ярҙам һорап Ғосман империяһына мөрәжәғәт итә. Тегеләр үҙ ғәскәрен индерә, әммә был юлы уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар Һәм ҡасалар.
1903—1907 йылдарҙа Әбд әл-Әзиз, Рәшиҙиҙәр идара иткән Джебель-Шәммәр әмирлеге (Джебель-Шәммәр Хаиль) менән һуғыша. Әмирлеккә ғосман империяһының 8 пехота батальоны ярҙам итә, әммә һөҙөмтәлә уның Әл-Ҡасим ерҙәре Неджд һәм Хаса әмирлеге составына инә.
1912 йылда Әбд әл-Әзиз тотош Нәждде баҫып ала.
Иң ҙур ҡәбиләләрҙең тоғролоғона өлгәшергә тырышып, ибн-Сәғүд, дини уҡытыусылары кәңәше буйынса, уларҙы ултыраҡлыҡҡа күсерергә тотона. Ошо маҡсатта 1912 йылда хәрби-дини туғанлыҡ «ихваны» (ғәр. «ағалы-энеле»). Ихван хәрәкәтенә ҡушылыуҙан һәм Ибн Саудты үҙенең әмире һәм имамы тип таныуҙан баш тартҡан бөтә бәҙүин ҡәбиләләре һәм оазистары Недждтың дошмандары тип һанала башлай.
Ошо маҡсатта 1912 йылда ихвандар (ғәр. «ағалы-энеле туғандар») хәрби-дини туғандашлығына нигеҙ һалына. Ихван хәрәкәтенә ҡушылыуҙан һәм Ибн Сәғүдте үҙенең әмире һәм имамы тип таныуҙан баш тартҡан бөтә бәҙүин ҡәбиләләре һәм оазистары Нәдждең дошмандары тип һанала башлай.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында, 1916 йылдың июнендә, Мәккә шәрифе Хөсәйен ибн Әли әл-Хашими ғәрәп халҡын төрөктәргә ҡаршы ихтилал башларға саҡыра. 1916 йылдың 2 ноябрендә ғәрәп әмирҙәре йыйылышы Хөсәйенде ғәрәп милләте короле тип иғлан итә. Шул уҡ ваҡытта Мәккәлә төп вазифаларҙы король улдары биләгән ғәрәп хөкүмәте ойошторола.
Король Хөсәйен ибн Әли Ғәрәбстан ярымутрауын үҙенең хакимлығы аҫтында берләштерергә ҡарар итә. Әммә Нәдж әмире Ғәбд Әл-Әзиз Ибн Сәғүд уның дошманына әйләнә. 1917 йылдың көҙөнән Хөсәйен ибн Әли менән Сәғүҙиҙәр араһында Нәдждән килгән юлдағы Хижәз ҡапҡаһы тип һаналған Тураба һәм Әл-Хөрмә оазистары өсөн ҡораллы бәрелештәр башлана.
1919 йылдың майында Хөсәйендең улы Ғабдулла Ибн Хөсәйен Турабаны баҫып ала, әммә бер нисә көндән нәжддәр уның отрядына һөжүм итә һәм ҡыйрата. Сәғүҙиҙәр Хижәзгә һөжүм итергә әҙерләнә, әммә июнь айында Бөйөк Британия үҙенең союздашы Хөсәйенде яҡлай, Әбдел-Әзиз ибн Сәғүдтән Тураба менән Әл-Хөрмәне ҡалдырыуҙы талап итә. Британия ғәскәрҙәре Джидда джиддаға килә, Һәм Сәғүдтәр сигенергә мәжбүр була.
1920 йылда, Ғосман империяһы ярсыҡтарында нығынырға өмөт иткән инглиздәрҙең көслө яҡлауына таянып, Әбд әл-Әзиз Рәшиҙиҙәрҙе тар-мар итә.
1920 йылда ихвандар Күвәйт территорияһына баҫып инә, әммә 1920 йылдың 10 октябрендә Әл-Джахра янында тар-мар ителә һәм Күвәйт территорияһын ташлап китергә мәжбүр була.
1922—1924 йылдарҙа ихвандар Трансиорданияға һөжүмдәр яһай.
1925 йылда Әбдел-Әзиз ибн Сәғүд көстәре Мәккә һәм Хижәзде тотош яулап ала. Яулап алыу һөҙөмтәһендә берләшкән Нәжд һәм Хижәз короллеге барлыҡҡа килә.
1927 йылда Мутаир һәм Ажман ҡәбиләләре Ибн Сәғүд власына ҡаршы баш күтәрә һәм ихвандар ихтилалына башланғыс һала. Был ихтилал 1930 йылдың башына баҫтырыла.
Нәжд һәм Хижәз короллеген Советтар Союзы 1926 йылда, бөйөк Британия — 1927, АҠШ — 1931 йылда таный. Сәғүдиҙәр Әсир әмирлеген, Әл-Хасаны һәм Кәтифте 1932 йылдың 23 сентябрендә яулап алғас, Нәжд һәм Хижәз короллеге Сәғүд Ғәрәбстаны тип атала башлай. Әбд әл-Әзиз дәүләттең короле булып китә.
Король Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман һәм уның вариҫтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йылдың мартында Сәғүд Ғәрәбстанында үтә бай нефть ятҡылыҡтары табыла. Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле, уларҙы файҙаланыу 1946 йылда ғына башлана, ә 1949 йылда уҡ илдә яҡшы яйға һалынған нефть индустрияһы барлыҡҡа килә. Нефть дәүләттең байығыу һәм сәскә атыу сығанағына әүерелә. Нефть сығарыу йылдан йылға даими арта барған. 1938 йылда 0,5 млн тонна нефть сығарылған булһа, 1946 йылда — 7,8 млн тонна, 1950 йылда — 25,9 млн тонна, 1955 йылда — 47,5 млн тонна, 1970 йылда — 176,8 млн тонна, 1973 йылда — 375,5 млн тоннаға етә[12].
Шул уҡ осорҙа нефть сығарыуҙың үҙҡиммәте көнбайыш илдәренә ҡарағанда күпкә түбәнерәк була. 1960-сы йылдар уртаһында ул короллектә бер баррель өсөн 10 центтан кәмерәк тәшкил итә (АҠШ-ТА шул уҡ ваҡытта бер баррель — 1,5 долларҙан 1,75 долларға тиклем була)[13].
Сәғүд Ғәрәбстанының тәүге короле Икенсе донъя һуғышында Гитлерға ҡаршы коалицияға терәк булырлыҡ ыңғай нейтралитет) сәйәсәте алып бара: 1941 йылда нацист Германияһы, 1942 йылда — Италия менән мөнәсәбәттәрен өҙә.
1943 йылда АҠШ Сәғүд Ғәрәбстанында ленд-лиз тураһындағы законды тарата. 1945 йылдың февралендә короллек Германияға һуғыш иғлан итә, әммә уның ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай.[14]
Был осроҙа дәүләт Милләттәр Лигаһына ла инмәй. 1953 йылда вафат булғанына тиклем король 3 тапҡыр ғына илдән ситкә сыға. Шуға ҡарамаҫтан 1945 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын һәм Ғәрәп дәүләттәре Лигаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
Әбд әл-Әзиз ибн Абдуррахман Әл Сәғүдтең вариҫы булып улы Сәғүд ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд ҡала. Уның эске сәйәсәттә уйламай эш ҡылыуҙары һөҙөмтәһендә дәүләттә түңкәрелеш була, Сәғүд Европаға ҡаса, власть уның ҡустыһы Фәйсәл ҡулына күсә. Фәйсәл илдең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Ул хакимлыҡ иткәндә нефть сығарыу ныҡ арта, был иһә күп кенә социаль реформалар үткәреү һәм заманса инфраструктура төҙөү мөмкинлеген бирә. 1973 йылда, Фәйсәл барлыҡ сауҙа майҙандарынан Сәғүд нефтен алдыртҡандан һуң, Көнбайышта нефть һәм энергетика көрсөгө барлыҡҡа килә. Уның радикализмын хатта үҙенекеләр ҙә аңламай, 2 йылдан Фәйсәлде ағаһының улы атып үлтерә. Уның үлеменән һуң килгән король Хәлит ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд идара иткәндә, Сәғүд Ғәрәбстанының тышҡы сәйәсәте тынысыраҡҡа әйләнә. Хәлиттән һуң тәхет ҡустыһы Фәхд ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүдкә ҡала, ә 2005—2015 йылдарҙа король Абдалла ибн Әбд әл-Әзиз Әл Сәғүд идара итә, унан һуң бөгөнгө көнгә тиклем Сәлмән ибн Хәлит Әл Сәғүд (Сәлмән) король булып тора. Ул Әбд әл-Әзиздең кесе улдарының береһе.
Сәғүд Ғәрәбстаны миҫалында Джеймс Э. Акинс (Дәүләт департаментының яғыулыҡ һәм энергетика идаралығы директоры) XX быуатта модернизация алдында торған традицион ҡәбилә дәүләте өсөн нефттән күп миллиардлы килем йәмғиәттең һәм дәүләттең бығаса булмаған трансформацияһына сәбәпсе булған тип билдәләй. «Көсһөҙ милләт финанс һәм сәйәси йәһәттән бер ҡасан да бындай ҡеүәткә эйә булмай», — ти Джеймс Э.Акинс.[15]
1982 йылда Хәлид вафат булғандан һуң, тәхеткә уның туғаны Фәхд ултыра. Уның идара итеү осоронда Эль-Джубайль һәм Янбу ҡалаларында нефть химияһы предприятиелары комплексы төҙөлә, диңгеҙ порттарының, шоссе юлдары һәм аэропорттарҙың заманса селтәрҙәре булдырыла. 1992 йылда дүрт мөһим закон: Сәғүд Ғәрәбстаны идаралығының Төп законы (фактик рәүештә Конституция), Консультатив совет тураһында Закон, провинциялар менән идара итеү тураһында закон һәм министрҙар Советы тураһында закон ҡабул ителә. Сәғүд Ғәрәбстанының Консультатив советы йәки Аш-Шура Мәжлесе ойошторола, «фән кешеләре йәки махсус белем талап иткән башҡа һөнәрҙәр» араһынан уның ағзалары король итеп тәғәйенләнә. Провинциялар менән идара итеү тураһында Закон «провинция Советы» составына «кәм тигәндә ун кеше» (ғалимдар, бизнесмендар һ. б.) индерелә тип билдәләй[16].
2005—2015 йылдарҙа король — Абдалла ибн Әбдел-Әзиз Әл Сәғүд идара итә, ә унан һуң һәм әлеге ваҡытта ла — Әбдел Әзиздың кесе улдарының береһе — Сәлмән ибн Әбдел-Әзиз Әл Сәғүд идара итә.
XXI быуаттың беренсе ун йыллығында Консультатив совет составы һәм вәкәләттәре киңәйтелә, йәмәғәт (эшлекле, ҡатын-ҡыҙҙар, мәҙәни, студенттар) ойошмалары әүҙемләшә, 2003 йылда Милли диалог үҙәге (хөкүмәт һәм йәмғиәт диалогы) булдырыла, урындағы власть органдарына ирекле һайлауҙар үткәрелә. Әммә илдең сәйәси тормошонда төп субъект булып хакимлыҡ иткән Әл Сәғүд ғаиләһе (унда төрлө төркөмдәр һәм кландар бар) ҡала, шуның өсөн Әл Сәғүд ғаиләһенең хакимлығына реаль хәүеф тыуҙырмаған реформалар ғына үткәрелә. 2011 йылдағы, Сәғүд Ғәрәбстанындағы сыуалыштарҙы (2011—2012) үҙ эсенә алған, «Ғәрәп яҙы» ваҡиғалары (шиғый аҙсылығы ризаһыҙлыҡ белдерҙе) режимдың ҡатылығын көсәйтте: күп һанлы сит ил хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ шиғыйҙар аҙсылығына ҡарата контроль көсәйтелде. 2011 йылда шулай уҡ үҙ илендә протест хәрәкәте менән осрашҡан Бахрейн хөкүмәте, хәлде тотороҡландырыу маҡсатында, хәрби структура йәки «Ярымутрау ҡалҡаны» көстәренән (ССАГПЗ) ярҙам һораны.
Король Фәхд күпере аша 1 мең хәрби Бахрейнға килә һәм протестарҙы баҫтырыуҙа ҡатнаша. 2014 йылдың аҙағынан сәғүд армияһы Йәмәндә 2015 йылдың мартында әүҙемләшкән хуситтарға ҡаршы интервенцияла ҡатнаша[17]. Сәғүд Ғәрәбстаны ҡораллы көстәренең Йәмәнде блокадаһы был илдәге гуманитар һәләкәт сәбәптәренең береһе булып тора: Йәмән өсөн бик мөһим булған импорт продукцияһы һәм сит ил ярҙамы килеүе ҡырҡа кәмей. БМО-ның 2021 йылғы мәғлүмәттәре буйынса, Йәмәндә ҡорбан булған 377 000 кешенең 60%-ы аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан һәләк булған.
2017 йылдың ноябрендә, ришүәт алыҙа ғәйепләнеп, Сәғүд Ғәрәбстанында тиҫтәләгән сәғүд министры, эшҡыуары һәм король ғаиләһе ағзалары ҡулға алына. Дәүләткә тиҫтәләрсә миллиард доллар тапшырырға ризалашҡандан һуң ғына, уларҙы азат итәләр. 2018 йылдың октябрендә Истанбулдағы сәғүд консуллығында Сәғүд Ғәрәбстаны властары тураһында тәнҡит мәҡәләләре менән Америка киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһаған сәғүд журналисы Жамаль Хашогги үлтерелә. 2020 йылдың мартында король ғаиләһе ағзалары ҡулға алына: король Сәлмәндең ҡустыһы һәм туғанының улы Әхмәт ибн Әбделәзиз һәм Мөхәммәт бин Нәйеф бин Әбделәзиз ҡулға алына. Хәбәр итеүҙәренсә, дәүләткә хыянат итеү, дәүләт түңкәрелеше маҡсатында башҡа илдәр, шул иҫәптән АҠШ властары менән, бәйләнеш булдырыу бының сәбәбе булып тора[18].
2010 йылдарҙа Сәғүд Ғәрәбстанында ҡатын-ҡыҙҙарға бер нисә мөһим хоҡуҡ бирелә. 2011 йылда Король Абдалла беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарға 2015 йылдағы урындағы һайлауҙарҙа тауыш биреү хоҡуғын, шулай уҡ Илдең Закондар сығарыу органы Консультатив советына һайланыу хоҡуғын бирә. 2017 йылдың 26 сентябрендә король Сәлмән Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатын-ҡыҙҙарына автомобиль йөрөтөргә рөхсәт итеү указына ҡул ҡуя. Киләһе йылдың 24 июнендә указ көсөнә инә. 2017 йылдың октябрендә тәүге тапҡыр сәғүд ҡатын-ҡыҙҙары спорт стадиондарына ҡулға алыныу ҡурҡынысыһыҙ йөрөй ала. 2019 йылдың авгусында ҡатын-ҡыҙҙар никахҡа инергә һәм никахты тарҡатырға, документтар алырға һәм, ҡурсалаусы (опекун) ир-ат рөхсәтенән тыш, сит илгә сығырға мөмкинлек ала. Илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡи хәле яҡшырыуға ҡарамаҫтан, параллель рәүештә 2010 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн хәрәкәттең бер нисә активисы ҡулға алына һәм язаға тарттырыла. 2018 йылда активистарҙың береһе, Люджейн әл-Хазлүл Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә урлап алып кителә һәм Сәғүд Ғәрәбстанына оҙатыла. 2018—2020 йылдарҙа ҡулға алынған ваҡытта ул язалана һәм үҙенең адвокаты менән осрашыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә. 2020 йылдың декабрендә әл-Хазлүл биш йыл һигеҙ айға төрмәгә хөкөм ителә, әммә 2021 йылдың февралендә үк, биш йыл илдән сығыуын тыйып, азат ителә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тайма ҡалаһынан арамей яҙмаһы (б.э.т.6 быуат)
- Пергам музейы (Берлин). «Ғәрәбстан юлдары» күргәҙмәһе. Ирҙәр башы һәм боронғо көньяҡ-ғәрәп сығышлы яҙыу менән стена рәсеме фрагменты, моғайын, банкет тамашаһы (б. э. I-II быуаттары), аҡ штукатуркала ҡара, ҡыҙыл һәм һары буяу, 53x36 см, Карьят-аль-фау[en] (Милли музей, Эр-Рияд)
- Ғәҙел хәлифәлек картаһы (ҡара йәшел), вассал дәүләттәре (асыҡ йәшел), 654 й. тирәһе г.
- Дорога Зубейды[ar] — Һарун әр-Рәшит хакимлығы осоронда Зөбәйдә бинт Жафар үтенесе буйынса төҙөлгән Һәм һижриҙең 979 йылында (григориан календары буйынса 1571 һәм 1572 йылдар) Сөләймән I идара иткәндә тергеҙелгән Эль-Куфанан Мәккәгә хаж ҡылыусылар юлы.[19]
- Омар ибн әл-Хаттаб[ar] мәсете Думат аль-Джандал[en] ҡалаһында, Сәғүд Ғәрәбстаны. 634–644 йй. төҙөлгән, перестроена в 1793–1794 йй. яңынан төҙөлгән
- Панарабизм флагы.
- Беренсе сәғүд дәүләте Дирий әмирлегенең һуңғы хакимы Абдуллаһ Ибн Сәғүд портреты.
- Беренсе сәғүд дәүләте флагы
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2014 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны халҡының һаны — 27 345 986 кеше, шуларҙың 30 % — иммигранттар булған. Был һан кәмететелгән булыуы ихтимал, сөнки 2006 йылда 27,02 млн кеше теркәлгән, шул иҫәптән 5,58 млн — сит илдеке[20]. Урбанизация кимәле бик юғары — халыҡтың 81 % ҡалаларҙа йәшәй[21].
Төп ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғүд Ғәрәбстанының 88 % халҡы ҡалаларҙа тупланған. Иң ҙур ҡала — Әр-Риядта 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Джиддә — ҙурлығы буйынса икенсе ҡала, Ҡыҙыл диңгеҙҙең бик мөһим порты. Мәккә менән Мәҙинә Сәғүд Ғәрәбстанының һәи Ислам донъяһының иң мөһим һәм бик ҙур ике ҡалаһы. Хажға килеүселәр арҡаһында Мәккә халҡы ике тапҡырға артып китә. Шуға күрә унда донъялағы иң ҙур палатка ҡаласыҡтары, паркингтар һәм илдәге тәүге метрополитен урынлашҡан. Иҡтисадта ҙур урын тотҡан ҡалалар: Даммам, Джубәйл һәм Хафжи. Тап ошо ҡалаларҙа төп нефть сығарыусы ҡеүәттәр төҙөлгән.
Дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми дин — Ислам, сөнни мосолмандар. Халыҡтың күпселеге сәләфи. Халыҡтың яҡынса 10—15 % башлыса илдең көнсығыш провинцияларында йәшәүсе шиғыйҙар тәшкил итә. Сәғүд Ғәрәбстаны хакимиәте башҡа дин кешеләренә илгә инергә рөхсәт итә, әммә үҙҙәренсә ғибәҙәт үтәү рөхсәт ителмәй. Мосолман булмағандарға изге Мәккә менән Мәҙинәгә инергә рөхсәт юҡ.
Илдә дини полиция (муттава) бар. Урамдарҙа даими шәриғәт гвардияһы һалдаттары патруле йөрөй, йәмәғәт урындарында Ислам ҡанундарын боҙоуға юл ҡуймай. Ҡанун боҙоусыны тотһалар, яза бирелә (штраф, хатта үлем язаһы).
Илдә шулай уҡ башҡа дин тотоуслар ҙа йәшәй — нәсрани, индуист, буддист, сикх, бахаи. Нәсраниҙарҙың һаны 1,2 млн кешегә етә[22]; иң күбеһе — католиктар (1,05 млн[22]) һәм илле меңселәр (пятидесятниктар) (83 мең[23]). Мысыр, Хәбәшстан (Эфиопия), Эритрея һәм Ливандан күсеп килеүселәр араһында үҙҙәренең боронғо диндәрен тотоусылар бар.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сәғүд Ғәрәбстаны элегерәк провинция булараҡ билдәле булған [24] 13 административ округҡа бүленгән[25] (ғәр. المناطق الإدارية: almnat aladarih), улар әмирлек йәки минтәҡәт (mintaqat, берлектә — mintaqah) тип атала.
| # | № на картала | Административ округ | ғәр. | Административ үҙәк | Майҙаны, км² | Халҡы, кеше (2015)[26] | Тығыҙлығы, кеше/км² |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | 6 | Эр-Рияд | الرياض | Әр-Рияд | 404240 | 7910864 | 19,57 |
| 2 | 11 | Мәккә | مكة المكرمة | Мәккә | 153128 | 8099473 | 52,89 |
| 3 | 4 | Мәҙинә | المدينة المنورة | Мәҙинә | 151990 | 2061383 | 13,56 |
| 4 | 5 | Әл-Ҡасим | القصيم | Бурайда | 58046 | 1402974 | 24,17 |
| 5 | 7 | Әш-Шәрҡиә | المنطقة الشرقية | Әд-Даммам | 672522 | 4762871 | 7,08 |
| 6 | 8 | Әсир | عسير | Әбхә | 76693 | 2194463 | 28,61 |
| 7 | 13 | Табуҡ | تبوك | Табуҡ | 146072 | 907494 | 6,21 |
| 8 | 9 | Хәил | حائل | Хәил | 103887 | 685820 | 6,60 |
| 9 | 2 | Әл-Худуд-әш-Шәмәлия | الحدود الشمالية | Әрьәр | 111797 | 367433 | 3,29 |
| 10 | 10 | Джизан | جازان | Джизан | 11671 | 1568727 | 134,41 |
| 11 | 12 | Нәжран | نجران | Нәжран | 149511 | 581789 | 3,89 |
| 12 | 1 | Әл-Баха | الباحة | Әл-Баха | 9921 | 471755 | 47,55 |
| 13 | 3 | Әл-Джәуф | الجوف | Сәҡәҡә | 100212 | 506372 | 5,05 |
| всего | 2149690 | 31521418 | 14,66 |
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Васильев А. М. История Саудовской Аравии от середины 18 в. до конца 20 в. — М., 1994.
- Васильев А. М. История Саудовской Аравии (1945 — конец XX в.). — М., 1999.
- Косач Г. Г. Саудовская Аравия: внутриполитические процессы «этапа реформ» (конец 1990—2006 г.). — М.: Институт Ближнего Востока, 2007.
- Густерин П. В. Города Арабского Востока. — М.: Восток—Запад, 2007. — 352 с. — (Энциклопедический справочник). — 2000 экз. — ISBN 978-5-478-00729-4.
- Густерин П. Памяти Карима Хакимова — дипломата и учёного // Дипломатическая служба. — 2008. — № 1.
- Густерин П. Полпред Назир Тюрякулов // Азия и Африка сегодня. — 2011. — № 11.
- Сауд Хусейн Саид Захрани. Саудовская Аравия: политика в области культуры и образования (70-90 е-годы). — М.: 2001. — 132 с.
- Нейматов А.Я. Внешняя политика и дипломатия Саудовской Аравии в контексте цветных революций «Арабской весны». — М.: Горячая линия — Телеком, 2015. — 146 с. — ISBN 978-5-9912-0526-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Цивилизации Древней Южной Ғәрәбстани 2012 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Арабский полуостров признали первым плацдармом человеческой миграции
- ↑ 46 Prehistoric Sites with Paleolakes Discovered in «Green Arabia», August 1, 2017
- ↑ В Сәғүдовской Ғәрәбстани обнаружены палеолитические стоянки, 3 августа 2017
- ↑ Найдено новое подтверждение раннего выхода сапиенсов из Африки «южным путем» — Элементы — новости науки
- ↑ From the Trenches — New Evidence for Mankind’s Earliest Migrations — Archaeology Magazine Archive
- ↑ Does this finger prove our ancestors left Africa earlier than believed? 90,000-year-old human bone discovered in Saudi Arabia
- ↑ The Horse in Arabia and the Arabian Horse: Origins, Myths and Realities. Дата обращения: 27 август 2017. Архивировано из оригинала 27 август 2017 года.
- ↑ Heritage Commission announces new 7,000-year-old discovery in Umm Jirsan Cave 2021 йыл 29 июнь архивланған., June 28, 2021
- ↑ Hugh Thomas et al. Monumentality, Social Memory, and Territoriality in Neolithic-Chalcolithic Northwestern Arabia 2021 йыл 2 сентябрь архивланған., 18 Mar 2021
- ↑ Archaeologists uncover earliest evidence of domesticated dogs in Arabian Peninsula 2021 йыл 13 апрель архивланған., 9th April 2021
- ↑ Ас-Самак А. И. Фейсал и внешняя политика Королевства Саудовская Аравия. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. М., 2014. — С. 126. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4017 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Ас-Самак А. И. Фейсал и внешняя политика Королевства Саудовская Аравия. Диссертация на соискание ученой степени кандидата исторических наук. М., 2014. — С. 125. Режим доступа: http://ivran.ru/obyavleniya?artid=4017 2016 йыл 6 март архивланған.
- ↑ Васильев А. Саудовская Аравия и Вторая мировая война. // Азия и Африка сегодня. — 2005. — № 8. — С.54.
- ↑ "A Nation We’d Better Get to Know, " Forbes, (Feb. 15, 1973), p. 42.
- ↑ Саудовская Аравия: реформы и стабилизация. Дата обращения: 10 октябрь 2022. Архивировано 10 октябрь 2022 года.
- ↑ Власть и насилие в Саудовской Аравии: эволюция целей и методов в начале XXI в. Дата обращения: 10 октябрь 2022. Архивировано 10 октябрь 2022 года.
- ↑ В Эр-Рияде снова неспокойно. Дата обращения: 10 октябрь 2022. Архивировано 10 октябрь 2022 года.
- ↑ «عين زبيدة» مشروع سبق زمانه ووفر السقيا للحجاج وساكني مكة: جريدة الرياض 02 يناير 2013.
- ↑ С. 188
- ↑ Меняется ли Саудовская Аравия // Lenta.ru, апрель 2016
- 1 2 Global Christianity (ингл.). The Pew Forum on Religion & Public Life (19 декабрь 2011). Дата обращения: 13 май 2013. Архивировано 23 май 2013 года. 2013 йыл 30 май архивланған.
- ↑ Saudi Arabia // New International Dictionary of Pentecostal and Charismatic Movements, The / Stanley M. Burgess, Eduard M. Van Der Maas. — Grand Rapids, Michigan: Zondervan; Exp Rev edition, 2002. — С. 222. — 1328 с. — ISBN 0310224810.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 80.
- ↑ Государства Аравийского полуострова // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 118-119. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Распределение и прогноз динамики населения королевства по административным округам (ғәр.). Центральный департамент статистики и информатики Сәғүд Ғәрәбстанының (2014). Дата обращения: 1 июль 2014. 2016 йыл 9 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Краткая история Саудовской Аравии. Panasia.ru. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 5 апрель 2013 года.
- Саудовская Аравия:История. Worcount.com. Дата обращения: 23 март 2013. Архивировано 15 июнь 2009 года. 2009 йыл 15 июнь архивланған.